Өфөлә Фәнил Ҡоҙаҡаевтың «Яңыртылған хәтирәләр» тип исемләнгән автобиографик китабының исем туйы уҙҙы

Баҫмала журналистика ветераны тормош йылдары, ырыуы, ауылы тарихы тураһында бәйән итә. Фотоһүрәттәр менән байытылған китап рус һәм башҡорт телдәрендә донъя күргән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йәмәғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәренең 70 йәшлек юбилейына арналған китапта ҡәләм оҫтаһы тураһында коллегаларының иҫтәлектәре лә тупланған. Фәнил Ҡоҙаҡаев – төбәктә матбуғат һәм китап нәшриәте үҫешенә генә түгел, Салауат Юлаев, Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек республиканың билдәле шәхестәре исемен мәңгеләштереүгә лә тос өлөш индергән ижадсы.

Рәзилә Ғиниәтуллина