Силәбе өлкәһе башҡорттары «Еңгә сәйе»нә йыйылды

Сосновка районы Әлеш ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт халыҡ йолаларына бәйле фольклор байрамы дауам итә. Был юлы ул туй йолаһына арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фольклор байрамы күп томлы башҡорт халыҡ ижадына ингән йырҙар менән үрелеп барҙы. Улар араһында тик туй мәжлестәрендә генә арналғандары ла күп. Ойоштороусылар шулай уҡ халыҡ мәҡәлдәре, башҡа йола үҙенсәлектәренә лә айырым туҡталып үтте.

Фольклор байрамы, ғөмүмән, ерле халыҡтың ҡунаҡсыллығын, ҡайһы бер мөһим күренештәрҙе асып һалды. Бүләк өләшеү йолаһында ҡоҙаларға таҫтамал биреүҙе фольклор белгестәре, халыҡтың айырылғыһыҙ артибут булыуын билдәләй.

Сарала балалар ҙа күпләп ҡатнашты. Улар өлкәндәргә яуап итеп йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Һанлы технология заманы алға киткән осорҙа ла ерле халыҡ телен, милли мәҙәниәтен һәм ғөрәф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Сосновка районы Әлеш ауылында аҙна һайын тиерлек ойошторолған милли-мәҙәни саралар ошо хаҡта һөйләй.

Азат Ғәлиуллин