Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күреүселәр «Дәүләт хеҙмәттәре» аша аҡсалата ярҙам алырға мөмкин

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында илдең резерв фонды иҫәбенә тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡан осраҡта граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу тәртибе раҫланды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала, бөтөн илдәге кеүек үк янғындар, ҡоролоҡ һәм һыу баҫыу осраҡтары йыш теркәлә. Ҡайһы бер күренештәрҙе алдан күҙалларға мөмкин, ә ҡалғандары көтөлмәгәнсә була. Бындай осраҡта ҡазаға тарыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҡаралған.

Әммә уны юллау өсөн ғәмәлдәге механизм өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Сөнки ҡағыҙ документ әйләнеше һөҙөмтәһендә кешеләр аҡсаларын бик оҙаҡ көтөргә мәжбүр. Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер документтарҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша тапшырырға мөмкин.

Илдар Байбулатов