Ул Салауат районы Лаҡлы ауылында тыуа. Олатаһы тирә-яҡта дан тотҡан сәсән була, атаһы ла моңло итеп йырлай. “Беҙ 5 бала үҫтек. Атайым Кәлимулла Солтанов Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Фронттан ҡайтҡас оҙаҡ йәшәй алманы, вафат булды. Етемлекте татырға тура килде”, - тип хәтерләй Ғәлиә Солтанова. Ул хеҙмәт юлын заводта башлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАртистың репертуары халыҡ йырҙарынан һәм композитор әҫәрҙәренән тора. Ул Советтар Союзы ҡалаларында, сит илдәрҙә сығыш яһай. Сәнғәт белгестәре әйтеүенсә, Ғәлиә Солтанова башҡарыуында “Ашҡаҙар” йыры юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып иҫәпләнә. Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театрында, сәнғәт институтында, педагогия колледжында, сәнғәт училищеһында эшләй. Ғүмерен сәнғәткә һәм белем биреүгә арнай. Уҡыусылары араһында йырсы, музыкант, дирижер һәм театр артистары бар. Беҙҙең телерадио архивында Ғәлиә Солтанованың байтаҡ яҙмалары һаҡлана. Уларҙың бер өлөшө алтын фондҡа индерелгән.