Башҡортостан умартасыларҙың халыҡ-ара конгресын ҡабул итергә әҙерләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ольга Гатагова менән бөгөнгө осрашыуында ла һүҙ «Апимодия»ны ойоштороу шарттары хаҡында барҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика донъяуи кимәлдәге әһәмиәтле сараға әҙерлекте күптән алып бара. Рәсәй был конгресты тәүге тапҡыр 50 йыл элек ҡабул иткән, ярты быуаттан һуң Апимондия йәнә беҙҙең илгә әйләнеп ҡайта. Башҡортостандың халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыу буйынса тәжрибәһе ҙур. Коронавирус пандемияһы шарттарын иҫәпкә алып санитар талаптарға ла етди иғтибар бирелә.

Беҙ конгресты лайыҡлы уҙғарырбыҙ тип ышанам, тине Радий Фәрит улы. Шул уҡ ваҡытта Апимондия республиканың инвестиция, туризм ҡеүәтен арттырыр, асыр тип көтөлә. Республика башлығы әйтеүенсә, форумдың бер йылға күсеүен иҫәпкә алып федераль үҙәктең ярҙамы талап ителә. Һүҙ тәү сиратта Башҡорт дәүләт аграр университетының матди базаһын нығытыу хаҡында бара. Ольга Гатагова халыҡ-ара сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.

Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ольга Гатагова Башҡорт дәүләт аграр университетында ла булды. Уҡыу йорто ярты быуаттан ашыу юғары белемле умартасылар әҙерләй. Советтар Созында был һөнәргә өс кенә төбәктә уҡыталар, шуларҙың береһе-Башҡорт дәүләт аграр университеты. Шуға күрә республикаға хатта сит илдәрҙән дә килеп белем алалар.

Әлеге көндә уҡыу йортонда умартасылар әҙерләү, фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ныҡлы матди-техник база бар. Бында заманса йыһазландырылған лабораториялар асылған. Улар ярҙамында балдың сифатын билдәләргә лә, бал ҡорттарының төрлө сирҙәрен асыҡларға ла, үрсетеү йүнәлешен алып барырға ла мөмкин. Университет етәкселеге киләсәктә халыҡ-ара талаптарға яуап биргән яңы, заманса ҡоролмалар алыу хаҡында ла хыяллана, был эшмәкәрлекте тағы ла яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.

Рәмзиә Кәримова