Ике йылға колонияға. Салауатта ҡыҙ баланың үлемендә ғәйепләнгән 45 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Былтыр сентябрҙә ҡаланың Төньяҡ урамындағы фатирҙа янғын сыға.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТикшереү барышында асыҡланыуынса, хөкөмгә тарттырылыусы фатирында иҫерек килеш, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ҡалдыра. Һөҙөмтәлә янғын сыға. Өҫкө ҡаттағы фатирҙа йәшәгән 4 йәшлек кенә ҡыҙ бала төтөнгә ағыулана, уның 17 йәшлек апаһының сәләмәтлегенә ҙур зыян килә.
Хөкөмгә тарттырылыусы ғәйебен тулыһынса таныған. Суд уны дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 1 йыл 8 айға иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығарҙы.