Етеҙ, ҡеүәтле, йылғыр, универсаль

Коммуналь техникаға заманса талаптар юғары. Йәйгеһен файҙаланылған тракторҙар ҡыш эшһеҙ торорға тейеш түгел. Махсус техника йыл әйләнәһенә тәүлегенә егерме дүрт сәғәт урам һеперергә, ҡар көрәргә, сүп-сар сығарырға һәм йөк ташырға тейеш ти, Алан Марзаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн республиканың торлаҡ-комуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы яңы техника менән танышты. Ведомство етәксеһе һатып алынасаҡ таркторҙарҙы шәхсән һынарға ҡарар иткән.

Бәләкәй механизацияға ихтыяж ҙур. Шул уҡ ваҡытта тота килеп тәүге заводтан тракторҙар ҙа ала алмайбыҙ. Коммуналь техника йылғыр, аҫылмалы ҡорамалдары тиҙ алыштырыла торған, ауыр йөк күтәрә алырлыҡ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта йәйен дә, ҡышын да сафта булыуы шарт. Шуға күрә һәр етештереүсенең техникаһын ғәмәлдә тикшереп ҡарап һатып аласаҡбыҙ.

Алан Марзаев, Башҡортостандың торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы

Башҡортостан үткән аҙнала Урал автомобиле базаһында эшләнгән ҡеүәтле шнекороторҙар һатып алды. Улар ҙур урамдарҙы, магистралдәрҙе ҡарҙан таҙартыуға тәғәйенләнгән.

Хәҙер тар ихаталарҙа эшләй алырлыҡ тракторҙар талап ителә. Коммуналь техника паркын яңыртыу буйынса республикала юл картаһы төҙөлгән. Уға ярашлы, 1 майға тиклем район һәм ҡалаларға йәйге техника һатып алынасаҡ. 1 июлгә тиклем ҡышҡы махсус техника ла тәғәйен хужалыҡтарға ҡайтарылырға тейеш.

Айнур Кәбиров