Дүртөйлө районында ата-әсәләр балаларын емерек ҡыйыҡлы баҡсаға йөрөтөргә мәжбүр

Үтә ҡыйыҡлы балалар баҡсаһы. Дүртөйлө районы Маяҙыҡ ауылында йәшәүселәр мәктәпкәсә белем учреждениеһының санитар талаптарға яуап бирмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Миҙгел әйләнәһенә түбәнән аҡҡан һыуға бәйле, бинаны үңәҙ баҫҡан. Косметик ремонт эштәре лә проблеманы хәл итмәй. Урындағы халыҡтың төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүе лә һөҙөмтә бирмәгән. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уйынға бирелгән балаларҙың түбәнән тамсылап аҡҡан һыуға иҫтәре лә китмәй. Шулай ҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына бөгөн ни бары дүрт бала килгән. Ҡалғаны ауырый. Ниндәйҙер миҙгел сире менән түгел, ә бүлмәләрҙең үтә дымлы булыуынан.

Әлбиттә, бындай хәл бер йоҡо бүлмәһендә генә түгел, ул тотош бинала күҙәтелә. Шуға ла үңәҙ еҫе сығыуы балалар баҡсаһында йылдарға һуҙылған ғәҙәти күренеш. Шулай ҙа ата-әсәләр сараһыҙлыҡтан балаларын йөрөтөргә мәжбүр.

Әлбиттә, башҡаса сара юҡ. Беҙгә лә бит эшкә барыр кәрәк. Нисек кенә хәүефләнһәк тә, балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ. Ике-өс көн йөрөп тә өлгөрмәй, сирләй башлай. Аҙна-ун көн өйҙә ятабыҙ.

Татьяна Мерәҫова, биш бала әсәһе

Маяҙыҡ ауылындағы проблема менән Дүртөйлө районы хакимиәте хәбәрҙар. Ошоға тиклем муниципалитет төрлө дәүләт программаһында ҡатнашырға заявка ебәреүен дә белдерҙе. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмаған. Ә инде учреждение ҡыйығы төҙөкләндерелмәүен хакимиәт етәкселеге аҡса етмәүгә һылтанды.

Бөгөн район хакимиәте тағы бер мәғариф программаһында ҡатнашырға күҙаллай. Ул тик яңы уҡыу йылында, йә иһә сентябрҙә генә тормошҡа ашырылыр тип көтөлә. Уға тиклем балаларҙы мәктәпкә күсереү юлдары барлана.

Азат Ғәлиуллин