Унда йәйге пленерҙа ҡатнашҡан студент-рәссамдарҙың ижади эштәре ҡуйылған. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨсөнсө курс студенты Айгөл Сираева факультетта ойошторолған күргәҙмәлә йыл һайын ҡатнаша. Быйыл иһә Ҡара диңгеҙҙә йәйге ял миннуттарында төшөргән пейзаждарҙы тәҡдим иткән. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында рәссам һөнәренә алты йыл дауамында уҡыясаҡ. Һәләтле студент киләсәктә үҙенең шәхси күргәҙмәһен ойошторорға ниәтләй.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты Рәсәй дәүләт сәнғәт академияһы ҡанаты аҫтында эшләгән дүрт терәк уҡыу йортоноң береһе. Академик талаптарға ярашлы студенттар үҙ ижадында халыҡсан образдарҙы, тарихты һәм этнография йүнәлешенә өҫтөнлөк бирергә тейеш.
Һынлы сәнғәт факульетында 72 студент белем ала. Былтыр йәйге пленер барышында төшөрөлгән сағыу пейзаждар, төҫлө биҙәктәргә таянып эшләнгән портреттар авторҙарына был күргәҙмә артабан үҫергә, сәнғәт донъяһында үҙҙәрен раҫлау өсөн баҫҡыс та булып тора.
Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында студенттар эштәренән торған күргәҙмәлә 90-дан ашыу картина ҡуйылған. Улар араһында халҡыбыҙҙың йәшәйешен, тарихын, йолаларын сағылдырғандары айырым урын алы тора.
Гүзәл Борханова