Улар араһында ситтә эшләп кире әйләнеп ҡайтыусылар ҙа бар. Вахтала йөрөүселәр элекке эш урындарына урынлаша. Был республикала миграция хәлен яҡшыртыуға килтерә. Предприятиела БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺуңғы һигеҙ йылда тәүге тапҡыр Башҡортостанда миграция артыуы тураһында аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булғайны. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, былтыр Башҡортостан халҡы 7 963 кешегә артҡан. Ләкин бының менән генә туҡтап ҡалыу тигән һүҙ түгел, миграцияны тағы ла арттырыу өсөн яңы юлдар эҙләргә лә кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Миграцияла ыңғай күрһәткестәр Нефтекама ҡалаһында ла күҙәтелә. Унда башлыса, ҡасандыр ситкә эшкә китеп, кире тыуған яғына ҡайтыусылар арта. «Нефаз» предприятиеһын алғанда ғына ла һуңғы йылда эшселәр һаны 956 кешегә күбәйә. Мәҫәлән, Эрик Сайтиев заводҡа былтыр йыл аҙағында яңынан эшкә урынлашҡан. Хәҙер заманса ҡала автобусын йыйыуҙа ҡатнаша. Атап әйткәндә, ишектәрҙе ҡуйыу, уларҙың дөрөҫ итеп асылып-ябылыуы өсөн яуаплы.
Механика йыйыу эштәре слесары Иван Вайтин да ошолай уҡ хәлдә ҡала. Быға тиклем дә ул «Нефаз» предприятиеһында эшләй. Таныштары уны Ханты-Манси автономиялы округына саҡырғас, ситкә сығып китә. Һөнәре буйынса ул автомеханик, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь.
Производствоның ҙурайыуы һәм эш урындарын күбәйтеү заказдарҙың артыуы менән бәйле. «Нефаз» заводы 2019 йылда 19 миллиард һум аҡса эшләһә, былтыр күрһәткес 33 миллиард һумға барып еткән. Айына предприятие 200-гә яҡын техника етештерә. Улар араһында электробустар ҙа бар.
Иҡдисади күрһәткестәрҙең яҡшырыуы хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын да лайыҡлы кимәлдә тоторға мөмкинлек бирә. Артем Щербин менән Мөҙәрис Зарипов та сит яҡта эшләп китә алмай, тыуған яғына тартыла. «Нефаз» предприятиеһында хеҙмәткәрҙәр өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Завод биләмәһендә һаулыҡ һаҡлау пункты, спорт залы эшләй, бушлау ашатыу ойошторола.
Әле «Нефаз» хеҙмәткәрҙәре Мәскәү һәм Санкт-Петербург урамдары буйлап йөрөйәсәк техника әҙерләй. Был машиналар сит яҡҡа китһә лә, хеҙмәткәрҙәр тыуған еренә ҡайта.
Әлфинә Килдейәрова