Ҡырағай йән эйәһе яҡындағы фермаға килтерелә. Ветеринария хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенә алына. Иң мөһиме аяҡҡа баҫа. Вольерҙа ҡотҡарыу тапҡан ҡоралайҙың тәүге аҙымдары тураһында киләһе яҙма.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕте ай элек Ғафури районы Игенйылға ауылындағы дөйәғош фермаһына алғы тояғы йәрәхәтләнгән ҡоралай килтерелә. Ике аҙналыҡ ҡына ҡырағай йән эйәһен ветеринарға күрһәтәләр. Операциянан һуң ғына яйлап һауыға башлай. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарылған хайуанды бер минутҡа ла иғтибарҙан айырмай. Ярты йылдан һуң сатанлап үҙаллы йөрөй башлауын да ҡыуанып ҡабул итәләр.
Ҡырағай йәнлеккә тәүге өс айҙа ҡайнатылған һөт кенә биргәндәр. Һуңынан яйлап туҡланыу режимына үҙгәрештәр индерелә. Хужалыҡ хеҙмәткәре Азамат Ҡалмырҙин билдәләүенсә, ҡоралай күҙгә күренеп үҫеп китә. Уға Олешка тигән ҡушамат биргәндәр.
Ҡоралай бик теремек. Вольерҙа башҡа хайуандарҙан айырым тотола. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, әлегә уны иреккә - урманға сығарырға иртәрәк. Ветеринарҙар күҙәтеүендә булырға тейеш.
Ғафури районындағы дөйәғош фермаһынан туристар өҙөлгәне юҡ. Ял көндәре йөҙҙәрсә кеше үтә. Шуға күрә ҡоралай ҙа ҡулға тиҙ өйрәнә. Хәҙер уны һәр кем ҡойма аша ашатып, яратып та ҡарай ала. Машина бәрҙергән төлкө, ҡапҡанға эләккән бурһыҡ. Ҡоралайҙан тыш, бында башҡа ҡотҡарылған ҡырағай йәнлектәр ҙә бар. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙы даими ҡарауға алып оло хәстәрлек күрһәтә.
Экскурсия барышында үҙеңде зоопарктағы кеүек тояһың. Ситлектәге хайуандар үҙҙәрен тыныс тота, яралары ла күптән уңалған. Әйткәндәй, Игенйылға ауылындағы ферма эшмәкәрлеге туғыҙ йыл элек 16 дөйәғош һатып алыуҙан башланған булыуы билдәле. Экзотик ҡоштар Башҡортостан климатына тиҙ яраҡлаша. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй. Әйткәндәй, туристар өсөн аҙым һайын иҫкәртеүсе яҙыуҙар ҡалдырылған. Ҡойма янына яҡын килергә ярамай, дөйәғоштар һөжүм итеүе ихтимал.
Бөгөн Ғафури районында агротуризм үҫешкән тип әйтергә була. Дөйәғоштарҙан тыш, фермала ҡоштарҙың тиҫтәнән ашыу төрө, бай хайуандар донъяһы менән танышырға мөмкин. Йылына бында утыҙ меңгә яҡын турист килә, улар араһында сит ил вәкилдәре булыуы ла ҡыуандыра.
Гөлназ Хәйбуллина