Рейтингты Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Милли проект сәнәғәт ойошмаларында һаҡсыл ҡулланыу алымын индереп, артыҡ сығымды кәметергә, етештереүҙе арттырырға, эш хаҡын күтерәргә мөмкинлек бирә. Былтыр республикала 129 ойошма милли проектҡа ҡушылған, 1 миллиард һум аҡса экономиялай алғандар. Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов фекере:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуы республикала иҡтисад өлкәһендә алып барылған сәйәсәт һөҙөтмәһе. Район һәм ҡалаларҙа ойошторолған “Инвестиция сәғәте” форматындағы кәңәшмәләр ҙә ыңғай йоғонто яһай. Күрһәткестәргә белгестәр төплө анализ яһарға тейеш, тигән фекерҙә Илдар Ғәбитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт