Андрей Назаров Мәскәүҙә Сергей Греков менән таныштырҙы

Премьер-министр Андрей Назаров Мәскәүҙә Сергей Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булараҡ таныштырҙы. Республика Башлығы Указына ярашлы, Өфөнөң элекке мэры вице-премьер дәрәжәһендә Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле була. Быға тиклем был вазифала эшләгән Умарпаша Ханалиев Башҡортостандың инвестиция эшмәкәрлеге буйынса махсус вәкиле итеп тәғәйенләнде. Андрей Назаров Сергей Грековҡа уңыштар теләне, вәкиллектең республика һәм федераль власть органдары араһында емешле хеҙмәттәшлек булдыра алыуына ышаныс белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт