Башҡортостанға Ҡышҡы Олимпиадала ҡатнашыусылар ҡайта башланы

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында “Ағиҙел” хоккей клубы уйынсыларын ҡаршы алдылар. Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова, Полина Лучникова милли команда составында сығыш яһаны. Рәсәй ҡыҙҙары сирек финалда Швейцариянан еңелеп турнирҙа 5-се урын алды. Спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, “Ағиҙел” командаһы хоккейсыларына уңыш йылмаймаһа ла, ҡыҙҙар ҙур тәжрибә тупланы.