Башҡортостандың ҡаһарман балалары тураһында китап донъя күрҙе

“Батырлыҡ” Бөтә Рәсәй проекты “Герой балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр” тип аталған йыйынтыҡ нәшер иткән. Ул 30 яҙманы берләштерә. Әкиәттәр тормошта булған хәлдәргә нигеҙләнә һәм балаларҙың ҡыйыулығын сағылдыра. Әҫәрҙәрҙең береһе Нефтекама ҡалаһынан Искәндәр Зөфәровҡа арнала. Ул иптәше Дмитрий Александров менән оло йәштәге ҡатынды ҡотҡара. Пенсионер инсульт кисерә. Үҫмерҙәр ашығыс медицина ярҙамы машинаһы саҡыра. Табиптар килгәнсе тәүге ярҙам күрһәтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Искәндәр һәм Дмитрий Федерация Советының, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының батырлыҡ миҙалдары менән бүләкләнгән. “Улым һәм уның дуҫы менән ғорурланам”, - ти Искәндәрҙең атаһы Артур Зөфәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Китаптың тағы бер геройы Өфөнән Валера Алеев. Урманда уның атаһын ҡырағай һағыҙаҡ саға. Ирҙә көслө аллергия башлана. Малай уны машинаға ултырта. Мобиль элемтә булған урынға алып сыға һәм ашығыс ярҙам машинаһын саҡырта.