Өфөнөң Пугачев урамы күләмле реконструкция осоронда ябылмаясаҡ

«Көньяҡ ҡапҡа»ны комплекслы төҙөкләндереү мәсьәләһе баш ҡаланың 450 йыллығына арналған кәңәшмәлә тикшерелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров билдәләүенсә, халыҡтың уңайлығы өсөн ҡаланың был яҡ өлөшөндә ҙур эштәр көтөлә. Шуларҙың береһе Пугачев урамын төҙөкләндереү. Иң тәүҙә ремонт ваҡытында транспорт артерияһын тулыһынса ябыу тураһында һүҙ барғайны. Әммә автомобиль тығындарын кәметеү маҡсатында төбәк властары хәрәкәтте туҡтатмаҫҡа ҡарар иткән. Юл эштәрен трассаның һәр яғынан этап буйынса башҡарыу ҡарала.

Видеоконференция режимындағы кәңәшмәлә юбилейға төҙөләсәк башҡа объекттар буйынса ла фекер алышынды. Евразия китапханаһын төҙөү быйыл августа башлана. Башҡорт тирмәһе формаһындағы бина Өфөнөң сағыу биҙәге булырға тейеш, фасадтың төҫтәр гаммаһын, йорттоң витражын һәм биҙәлешен уйлау бик мөһим, тине Башҡортостан башлығы.

Шулай уҡ төҙөүселәр быйыл майҙа буласаҡ спорт көрәше үҙәге майҙанына сығасаҡ. Бынан тыш, юбилейға яңыртылған Рус драма һәм ҡурсаҡ театрҙары ла үҙ ишектәрен асасаҡ. Дәүләт циркы бинаһын реконструкциялау ҙа иғтибар үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров мәҙәниәт министрлығына театр труппаларына Өфөнөң резерв майҙансыҡтарында сығыш яһау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты

Илдар Байбулатов