Баш ҡалаға Олимпия уйындарында ҡатнашҡан башҡорт спортсыларының бер төркөмө ҡайтты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн төндә аэропортта хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында сығыш яһаған «Ағиҙел» клубы вәкилдәрен ҡаршы алдылар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле ярышҡа был спорт төрө буйынса бер юлы ете яҡташыбыҙ – Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова менән Полина Лучникова һайлап алынғайны. Ҡыҙҙар сирек финалда Швейцария командаһынан еңелеп, награда өсөн көрәштән төшөп ҡалды.
Гөлназ Хәйбуллина