Башҡортостанда бер йылда 2 миллион 900 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Бындай күләм рекорд һанала. Бөгөн Рәсәй хөкүмәте рәйесе Марат Хөснуллин уҙғарған ултырышта шулай тип белдерелде. Йылдың-йылы тотороҡло уңышҡа ирешкән алдынғы төбәктәр бар. Улар араһында - Башҡортостан, Республикала был йәһәттән һөҙөмтәле эш алып барыла, тине Марат Хөснуллин.