2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә төҙөлөш тармағы лидерҙары иҫәбенә инде

Был турала ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин белдерҙе. Видеоконференция режимындағы кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡатнашты. Былтыр Рәсәй төбәктәре 92,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырған. Хатта Советтар Союзы осоронда ла был тиклем юғары күрһәткес теркәлмәгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төҙөлөш тармағындағы ыңғай күренеш дүрт миллион 200 мең ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек биргән. "Һуңғы өс йылда төбәктәрҙә, шул иҫәптән йән башына торлаҡ төҙөү динамикаһына анализ яһалған. Беҙҙә тотороҡло рәүештә уңышҡа ирешкән бер нисә субъект иҫәпләнә. Улар араһында Башҡортостан да бар", - тине Марат Хөснуллин.

Былтыр республикала рекордлы 2,9 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа ингән. Был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәйҙә етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

ИЛдар БАйбулатов