Башҡортостан башлығының ҡушыуы буйынса Өфөлә Берҙәм идарасы компания булдырыла

Яңы ойошмаға баш ҡаланы төҙөкләндереү бурысы йөкмәтелә. Йорт алды биләмәләрен тәртиптә тотоу, күп ҡатлы йорттар араһындағы квартал-ара юлдарҙы, балаларҙың уйын һәм спорт майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереүҙе, биналарҙың тышҡы иллюминацияһын тәьмин итеү уларҙың ҡарамағында буласаҡ.

Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирил Чистяков әйтеүенсә, проекттың социаль әһәмиәте лә бар, ул йорт алды биләмәләрен тәртиптә тотоуға халыҡтың сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек бирәсәк.

Рафиҡ Әхмәтшин