Өфөлә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр йәшәгән фатирҙарҙа янғын хәүефһеҙлеге торошо тикшерелде

Рейд Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм баш ҡаланың Киров районы янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолдо. Профилактик сара барышында ведомство вәкилдәре быға тиклем ҡуйылған янғын иҫкәртеү ҡоролмалары төҙөклөгөн тикшерҙе, граждандарға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, иҫкәрмә ҡағыҙҙары тапшырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл тураһында иҫкәртеүсе приборҙар дөрөҫ файҙаланырға өйрәтә, уларҙың батареяларын йыл һайын алмаштырып торорға кәңәш итә.

Прибор аҙ тәьмин ителгән күп балалы, социаль хәүефле тип танылған ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм яңғыҙ йәшәүсе 55 йәштән өлкән граждандарға бушлай тапшырыла. Категориялар исемлеге тураһында тулы мәғлүмәт алыр өсөн, экранда яҙылған телефон буйынса шылтыратырға кәрәк. Белгестәр йортта ҡоролманы ҡуйыу һәм уның менән файҙаланыу тәртибен аңлатасаҡ.

8 (347) 272-00-24

Рәзилә Ғиниәтуллина