Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы уҡыусылары Камила Вәлиеваға теләктәшлек белдерҙе

Камила, беҙ һинең менән! Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы уҡыусылары Пекиндағы Ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнашҡан Камила Вәлиеваға теләктәшлек белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн урындағы мәктәп уҡыусылары флаг һәм баннер тотоп боҙға сыҡты. Камиланың фотоһы төшөрөлгән плакатта «Еңеүгә ышанабыҙ» тип яҙылған. Әлеге минуттарҙа фигуралы шыуыусы ҡыҙҙар ирекле программа менән сығыш яһай.

Камила Вәлиева иң һуңғы булып боҙға сыға. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҫҡа программанан һуң 15 йәшлек ватандашыбыҙ беренсе урынды биләй. Икенсе, өсөнсө урындарҙы тағы ла бер яҡташыбыҙ Анна Щербакова менән Япониянан Каори Сакамото бүлешә.

Илдар Байбулатов