6 студентҡа офицер исеме һәм диплом тапшырылды. Хәрби хеҙмәтте дауам итер өсөн лейтенанттар илдең төрлө төбәктәренә ебәрелә. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБиш йыл ярым буйына көткән тантаналы сара. Алты курсантҡа лейтенант исеме бирелә. Ишембай районынан Рәмил Харисов Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы хәрби-уҡытыу үҙәгенә әрменән һуң уҡырға инә. Әлбиттә, армиянан һуң да контракт буйынса хәрби хеҙмәтте дауам итергә мөмкин, ләкин егет юғары белем алыу юлын һайлай.
Уҡыуға ингән саҡта уҡ был егеттәр барлыҡ һынауҙарҙы үтеп, биш йыл ярым буйына ике һөнәр үҙләштерә. Хәҙер авиация техникаһын хеҙмәтләндереүсе погонлы инженерҙар кәм тигәндә өс йыл контракт буйынса хеҙмәт итергә бурыслы. Илдең оборона системаһына кәрәкле кадрҙар һайлап алына, эшкә урынлашыу мәсьәләһе хәл ителгән.
Хәрби-уҡытыу үҙәгендә курсанттарҙы өс кафедрала әҙерләйҙәр. Авиация техникаһын өйрәнеү заманса ҡоролмаларҙа үтә. Сығарылыш сараһын 4-се курс студенттары ла күҙәтте. Ике йылдан һуң улар ҙа ҡулдарына диплом аласаҡ. Баймаҡ районынан Азамат Юнысбаев менән Мәсетленән Салауат Бикмуллин авиация двигателдәрен проектлаусы һөнәре бкйынса белем ала. Буласаҡ офицерҙар сығарылыш курсына үҙ теләктәрен еткерҙе.
Өфө дәүләт авиация техник университетында хәрби әҙерлек 1944 йылдан алып ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә вуз 18 меңдән ашыу офицер әҙерләй. Уҡытыусылары йәш лейтенанттар ҙа лайыҡлы хеҙмәт итер һәм погондарында йондоҙҙар һаны күбәйер тигән өмөттә.
Әлфинә Килдейәрова