Был сәскәләрҙе Иглин районының Үптәй ауылында йәшәүсе Фәттәховтар ғаиләһе үҙ теплицаһында үҫтергән. Быйылғы уңыш йүнселдәр өсөн һуңғы биш йылдағы иң юғары күрһәткес. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАҡ, ҡыҙыл, һары һәм башҡа сағыу төҫтәр. Фәттәховтар теплицаһында үҫкән ләләләрҙең төҫтәре генә түгел, сорттары ла күп төрлө. Хужалыҡта 24 төрлө ләлә үҫтерелә. Орлоҡто хужалар Голландиянан һатып ала.
Сәскә үҫтереү – Илизаның бала саҡ хыялы. Гәзиттән кескәй сағында Франциянан Рәсәйгә күсеп килеүсе ханымдың сәнәғәт күләмендә раузалар сығарыуы тураһында мәҡәлә уҡығас, сәскәселек менән шөғөл буласаҡ эшҡыуарҙың төп маҡсатына әүерелә.
Ханым тормош иптәше менән бергә тәүге теплицаһын төҙөй. Башта етештереү күләме ҙур булмаһа ла, быйыл эшҡыуарҙар рекордлы 170 мең төп ләлә сығара. Заманса теплица автоматик рәүештә көйләнгән температура режимы һәм яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Тәүлек әйләнәһенә 14 градус йылы, дымлылыҡ – 65 проценттан 70-кә тиклем. Сәскә атыусы ләлә үҫентеләре өсөн ошондай шарттар тыуҙырылған. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тиклем ике аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалһа ла, эшҡыуарҙар сәскәләрҙе ҡырҡа башлаған да инде. Һорау юғары, ти Фәттәховтар. Гөлләмәләрҙе хужалар күпләп тә, берәмләп тә һата.
Рәзилә Ғиниәтуллина