Өфө лимондары илдә иң яҡшыһы тип танылды

Баш ҡалала үҫкән цитрус емештәр “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының “Аҙыҡ-түлек тауарҙары” номинацияһында еңеү яулаған. “Еңеүсе булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Артабан да марканы юғары тоторға, халыҡты һутлы һәм файҙалы емештәребеҙ менән шатландырырға тырышасаҡбыҙ”, - ти лимонарий етәксеһе, селекционер Фәриҙә Садыҡова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әле лимон ағастары сәскәгә бөрөләнгән. Улар йыл аҙағында уңыш бирә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының республика этабында 40-тан ашыу предприятие ҡатнашҡан. Улар 60 төр продукция етештерә, 11 хеҙмәт күрһәтә.