Сит ил компанияһы беҙҙең республикала пластик торба, плитә һәм профилдәр етештерергә ниәтләй. Инвесторға өс майҙансыҡ тәҡдим ителгән. Нефтекама һәм Өфө районында индустриаль парктар, шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһы күрһәтелгән. Инвестиция проекты 2 миллиард 400 миллион һумға баһалана. Тәүге этапта Өфө районында пластик торбалар етештереү ҡарала. Предприятиела 120 кешегә эш урыны була. Аҙаҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһында завод төҙөлә. Бында акрил ванна, душ кабинаһы һәм йылытыу ҡорамалдары сығарыу ҡарала. Радий Хәбиров Иҡтисади үҫеш министрлығына төрөк инвесторҙарына һәр яҡлап ярҙам итергә ҡушты.