Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов координация кәңәшмәһе ултырышында шулай тип белдерҙе. Былтыр милли проекттар өсөн яҡынса 29 миллиард һум бүленгән. Федераль аҡсаға 146 биләмә тәртипкә килтерелгән, 343 километр юл ремонтланған, 5 мең кеше иҫке торлаҡтан яңыһына күсерелгән, мәктәп уҡыусылары өсөн өҫтәмә 12 мең урын булдырылған, 19 мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән, 10 модулле китапхана асылған. Алексей Касьянов билдәләүенсә, бөтә ведомстволар ҙа ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмаған. Шуға федераль аҡсаны үҙләштереүҙә күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушылды.