2024 йылға Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системаһы булдырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо темаға кәңәшмә уҙғарҙы. Эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы алып барыла. Программа 2022-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Сумманың төп өлөшө - федераль ҡаҙнанан. Радий Хәбиров белдереүенсә, был проект юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын автоматлаштарыу мөмкинлеге бирә. Тәүге этапта эште дөрөҫ ойошторорға кәрәк.