2024 йылға Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системаһы индерелә

Күләмле проект «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был мәсьәлә Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә тикшерелде. Аҡыллы системаны эшләтеү өсөн 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сығымдарҙың байтаҡ өлөшө федераль бюджеттан бүленә. Республиканың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев билдәләүенсә, интеллектуаль транспорт системаһын иң тәүҙә Өфө агломерацияһында ҡулланыу ҡарала.

Шулай уҡ федераль кимәлдә Стәрлетамаҡ агломерацияһы ла хуплау тапҡан. Был эштәр киләсәктә юлдарҙағы аварияларҙы кәметергә, автомагистралдәрҙең транспорт үткәреү мөмкинлеген киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы республикала интеллектуаль транспорт системаларын индереүҙең мөһимлеген билдәләне. «Был проект юл хәрәкәте менән идара итеү процестарын автоматлаштырырға, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, республика юлдарында хәүефһеҙлекте арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тине Радий Хәбиров.

Илдар Байбулатов