Эске эштәр министры Роман Деев дәүләт автоинспекцияһы ветеранына инвалид коляскаһы бүләк итте

Күсмә кресло алыуҙа ярҙам күрһәтеү үтенесе менән Рәсәй Президенты Владимир Путинға тура бәйләнеш ваҡытында отставкалағы милиция подполковнигы Алексей Утробиндың ҡыҙы Екатерина Утробина мөрәжәғәт иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

1-се төркөм инвалиды ауыр хроник сир һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалтҡан. Эске эштәр министрлығы хәйриә фонды менән берлектә ветеранға тейешле ҡоролма алып бирә. Уға шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ведомствоның Маҡтау ҡағыҙы тапшырылған.

Гөлдәриә Йосопова