Пандемия беҙгә һабаҡ та бирҙе, етешһеҙлектәрҙе лә асыҡланы

Мәҫәлән, балаларҙы дистанцион уҡытыуға күсереү күп кенә ауылдарҙа юғары тиҙлекле интернет булмауын күрһәтте. Һөҙөмтәлә мәктәп уҡыусыларының бер өлөшө тәүге ваҡытта онлайн-дәрестәрһеҙ ултырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Килеп тыуған проблеманы хәл итеү маҡсатында республикала «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның ярҙамында былтыр ғына 267 ауыл юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды. Теманың дауамы БЮТ каналының киләһе репортажында.

Был йортта интернетты йыр менән ҡаршы алалар. Маргарита Кәримова – үҙешмәкәр артист. Билдәле композитор Айрат Кәримовтың ҡыҙы үҙенең тормошон ижадһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Ауылда интернет насар эшләгәс яңы аранжировкалар табыуы ҡыйынға төшә торғайны, тип хәтерләй ханым. Әммә хәҙер бар проблемалар ҙа артта ҡалған.

Өфө эргәһендә генә урынлашһа ла юғары тиҙлекле интернет Грибовка ауылына былтыр ғына килеп еткән. Инфраструктураның булмауы айырыуса пандемияның тәүге осоронда ныҡ һиҙелгән. Сөнки балалар йөрөп уҡыған Дорогин мәктәбе лә дистанцион форматҡа күсерелә. Өй шарттарында белем алған ҡыҙ һәм малайҙарға онлайн-дәрестәр ҙур тотҡарлыҡтар менән бирелә.

«Уңайлы интернет» проектының уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын бөгөн үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров та билдәләп үткән. Уның яҙыуынса, хәлде былай ҡалдырып булмаҫы көн кеүек асыҡ ине, шуға ла тейешле саралар күрелгән. «Башинформсвязь» менән бергә күп кенә ауыл-ҡалаларҙа селтәрҙәр төҙөп, йорттар интернетҡа тоташтырылған. Халыҡ өсөн был эш бушлай башҡарылған.

Был эш артабан да дауам итәсәк. Әле республикала 250-нән күберәк кеше йәшәгән 300-гә яҡын ауылға интернет үткәрелмәгән. Әммә улар ҙа заман уңайлығы менән тәьмин ителәсәк.

Илдар Байбулатов