Эш 1 мартта башланыр тип көтөлә. Баш ҡала етәкселегенән хәбәр итеүҙәренсә, тимер-бетон конструкцияларҙы алмаштырмаған хәлдә күпер аша хәрәкәт итеү хәүефле. Ул яңыртыу талап итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ремон эштәре ваҡытында ҡатмарлыҡтар кисермәҫ тигән өмөттәбеҙ. Аэропорт яғына сыҡҡан һәм ингән йүнәлештә 10 һыҙат ҡаралған. Бында транспорт ағымы реверсив светофор менән көйләнәсәк.
Евгений Кулешов, Өфө ҡала хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе
Был күпер 50 йыл файҙаланыуға иҫәпләнгән, әммә яһалма ҡоролма транспорт сараларын 65 йыл хеҙмәтләндергән. Ремонт ваҡытына күпер буйынса хәрәкәт итеү сикләнә. Ҡала хакимиәте етәкселеге водителдәргә борсолорға урын юҡ тип тынысландыра. Күләмле ремонт эштәре 2025 йылға тиклем дауам итәсәк.
Транспорт саралары өсөн ҡаралған ваҡытлыса схема 26 февралдән һынап ҡарала башлаясаҡ. Һауа шарттары ҡамасауламаған осраҡта юл һыҙаттарына билдәләр ҡуйыласаҡ. Төҙөлөш проектын мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәмәлгә ашырыу өсөн водителдәрҙән юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һорала.
Василий Чекуров, «Уралмостострой « ойошмаһы филиалы етәксеһе
Подписывайтесь на Bash.News