Бөгөн финалға сығыусыларҙың өс эше өсөн интернет тауыш биреү башланды. Теләгән һәр кем уға оҡшаған эмблема өсөн ufakonkurs450.ru сайтында тауыш бирә ала. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, эштәрҙе һайлап алыу бер нисә этапта үткән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЖюри ҡарамағына барлығы 34 эш килгән, уларҙың 28-е конкурста ҡатнашҡан. Артабан онлайн-трансляция ваҡытында эксперт жюри һуңғы этапта тауыш биреү өсөн 3 эште һайлап алған. Тауыш биреү 24 февралдә тамамлана.
Еңеүсене – 150, 2-се һәм 3-сө урындар яулаусыларҙы 100 һәм 50-шәр мең һум аҡсалата премия менән бүләкләү ҡаралған.
Гөлдәриә Йосопова