1923 йылдың мартында «Яңы юл» булып сыға башлаған баҫма «Октябрь», «Әҙәби Башҡортостан» исемдәре аҫтында ла донъя күрә. 1961 йылда «Ағиҙел» итеп үҙгәртелә. Ҙур дата уңайынан журнал мөхәррирәте уҡыусыларға ҡыҙыҡлы тарихи материалдар әҙерләй, яңы рубрикалар булдыра. Бөгөн ижади коллектив Башҡортостандың Яҙыусылар союзында 100 йыллыҡҡа арналған саралар планы менән таныштырҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШулай уҡ «Ағиҙел» журналы ойошторған Рауил Бикбаев, Сабир Шәрипов исемендәге ижади конкурстарға йомғаҡ та яһалды. Иң оҫта поэма һәм хикәйә яҙыусылар билдәләнде. Бүләкләү тантанаһына баҫманың «Йыл лауреаттары» ла саҡырылғайны.
Гөлназ Хәйбуллина