Башҡортостанда сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн QR-код талап ителмәйәсәк

Башҡортостанда сауҙа үҙәктәренә, баҙар, ресторан, мәҙәниәт учреждениеларына, фитнес-клубтарға, шифахана, ҡунаҡханаларға һәм матурлыҡ салондарына инеү өсөн QR-код талап ителмәйәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вакцинация тураһындағы документ иртәгән ғәмәлдән сығырыла. Был ҡарар төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителде. Үҙгәрештәргә ярашлы, QR-кодһыҙ күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларға ла барырға мөмкин. Әммә әлеге үҙгәреш 500-ҙән күберәк кеше һыйҙырышлы ябыҡ биналарға ҡағылмай.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, QR-кодтың ғәмәлдән сығарылыуы республикала коллектив иммунитеттың тейешле кимәлгә етеүе менән аңлатыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,прививка яһатырға тейешле халыҡтың 92 проценты вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.