Башҡортостан Луганск һәм Донецк өлкәләренән эвакуацияланған халыҡты ҡабул итергә әҙерләнә

Республика Хөкүмәтендә оператив штаб булдырылған. Уны Вице-премьер–Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин етәкләй. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдергән. “Луганск һәм Донецк республикалары халҡы беҙҙең өсөн яҡын кешеләр. Дуҫлыҡ тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына барып тоташа. Эвакуацияланған кешеләрҙе республикабыҙҙа ҡабул итергә әҙербеҙ. Иң ҡыуандырғаны – Башҡортостан халҡы Донбастағы хәрби сыуалыштарҙа зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыу тәҡдимен белдерҙе. Был һорау буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратырға була”, - тип яҙған Радий Хәбиров. Үҙәктең телефоны: 8 (347) 218-19-19.