Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер учаскаһы алыу ябайлаша

  Республика парламентында халыҡтың социаль именлеген тәьмин итеүсе закон проекттары ҡаралды. Йәшәү урынында теркәлеү булмауы граждандарҙың хоҡуҡтарын сикләү өсөн сәбәп түгел, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Парламент депутаттары ауыл старосталарының да вәкәләттәрен арттырыу яғында. Ҡануниәттә халыҡ йыйындарын уҙғарыу урындарын билдәләү, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә барыһын да йәлеп итеү өсөн сараларҙы бүлеп үткәреү мөмкинлектәре бирелә. Был турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды.