Саңғыла йүгереүсе Александр Большунов 50 километрға ярышта Олимпия чемпионы булды. Һауа шарттарына бәйле дистанция 30 километрға тиклем кәметелде. Ошо уҡ ярышта Рәсәйҙән тағы бер спортсы Иван Якимушкин финишҡа икенсе булып килде. Бөгөн шулай уҡ тау саңғыһы спортында параллель слалом буйынса команда ярыштары булырға тейеш ине. Әммә һауа торошона бәйле уҙыштар 20 февралгә күсерелде. Бер сәғәттән спорт дуэттарын ҡарарға була. Тура трансляцияны “Рәсәй-1” телеканалы күрһәтә. Беҙҙең илдән Евгения Тарасова/Владимир Морозов, Анастасия Мишина/Александр Галлямов, Александра Бойкова/Дмитрий Козловский сығыш яһай. Өфө ваҡыты менән 18 сәғәт 30 минутта бобслейҙа ҡатын-ҡыҙҙар ярыша. Ил данын Надежда Сергеева/Юлия Беломестных һәм Анастасия Макарова/Елена Мамедова яҡлай.