Донбасс халҡына ярҙам тураһында Ситуация үҙәгенән белешергә мөмкин

“Беҙҙең үҙәккә Донбасс халҡы өсөн борсолоу белдергән кешеләр шылтырата башланы ла инде”, - тип белдерҙе Ситуация үҙәге координаторы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева. Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана башлау сәбәпле, үҙәктә операторҙар һаны кәметелгән. Бөгөн 20-нән ашыу белгес эшләй. “Башҡортостан халҡының башҡаларға ауыр ваҡытта мәрхәмәтлек ҡылырға әҙер булыуы хөрмәткә лайыҡ”, - ти Римма Үтәшева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.