Әле унда эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Бөгөн Сибайға Премьер-министр Андрей Назаров барҙы, ул госпиталь төҙөлөшө менән танышты. Объектҡа 2 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Госпиталь тәүге пациенттарҙы март уртаһында ҡабул итер тип көтөлә. Башҡортостан тағы бер яңы инфекция дауаханаһы Туймазы ҡалаһында төҙөлә.