Тимерйән Рәжәпов: "Беҙ Донбаста йәшәүселәрҙе туғандаш халыҡ итеп ҡабул итәбеҙ"

" Дуҫлығыбыҙ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән нығытылған. Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай”. Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов шулай тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тимерйән Рәжәпов етәкселегендәге төркөм Луганск халҡына 7 йыл дауамында гуманитар ылау алып бара. Быйыл ғинуарҙа ла был республика балалары Башҡортостан бүләктәрен алып ҡыуанды. Хәйриә сараһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Киров районы ветерандар советы ойошторҙо.