Уйындарҙың һуңғы көнөндә 5 комплект миҙал өсөн көрәшәләр. Керлинг, бобслей, төрҙәрендә финал ярыштары үтә. Ҡатын-ҡыҙҙар саңғыла 30 километрға йүгерә. Тау саңғыһы спортында параллель слаломда ярыштар була. Шулай уҡ бөгөн хоккей буйынса Олимпия чемпионы асыҡлана. Алтын миҙал өсөн Рәсәй һәм Финляндия хоккейсылары көрәшә. Уйын 9 сәғәт 10 минутта башлана, уны Беренсе канал күрһәтә. Олимпия уйындарын ябыу тантанаһы сәғәт 5-тә башлана.