Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында педагогик оҫтахана үтте

Түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған сара республиканың иң тәжрибәле уҡытыусыларын бергә йыйҙы. Улар туған телде уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге тәжрибәләре менән уртаҡлашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Түңәрәк өҫтәл артында республиканың иң көслө уҡытыусылары. Педагогик оҫтаханала ҡатнашыусылар араһында Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Фәнилә Фәтхетдинова ла бар. Әлеге мәғариф учреждениеһына уны бала саҡ хыялы алып килгән. Бөгөн хәрби тормошҡа яҡын мөхиттә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен алып барыуға 20 йылдан ашыу.

Әйткәндәй, Фәнилә Фәтхетдинова былтыр декабрҙә «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы» конкурсында ҡатнашып еңеү яулаған. Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә ул уңыштары менән бүлеште.

Башҡортостан мәктәптәрендә бөгөн туған тел булараҡ 14 тел уҡытыла. Улар араһында марый теле лә бар. Уҡыу-уҡытыу республиканың 103 мәктәбендә ойошторолған. Башҡортостандағы марый диаспораһы ла илдә иң ҙуры һанала. Ҡалтасы, Бөрө, Шаран, Балтас һәм Нуриман райондарында улар күпләп төпләнгән. Йәмғеһе 240-лап ауыл иҫәпләнә.

Нефтекама ҡалаһындағы «Белем» күп профилле полилингваль мәктәп-интернатында татар теле һәм әҙәбиәте уйын форматында алып барыла. Әлиә Ниғәмәева балаларға инновацион алым аша туған телгә һөйөү уята. Уҡыусылар дәрес үҙләштереп кенә ҡалмай, әҙәбисә һөйләшергә лә өйрәнә.

Заман менән бергә атлап, уҡытыу өлкәһендә яңынан-яңы юлдар эҙләгәндә һәм тапҡанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеп була, ти туған тел уҡытыусылары. Сөнки туған телгә һөйөү ғаиләлә башланып, мәктәп иңендә үҫеш ала.

Азат Ғәлиуллин