Иглин районында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсы үтте

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Иглин районы спорт-мәҙәниәт комплексында уҡыусылар араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсы үтте. Улар ете хәрби спорт төрө – граждандар оборонаһы, физик әҙерлек, винтовканан атыу, арҡан тартышыу кеүек этаптарҙа көс һанышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Еңеүсе өс командаға миҙалдар һәм кубок тапшырылды. Ял көндәрендә урындағы боҙ майҙанында хоккей буйынса ярыш уҙыр тип көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина