Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан эвакуацияланған граждандарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт булышлығы штабы булдырылды. Ярҙам күрһәтергә теләге булғандар кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, башҡа кәрәк-яраҡ килтерә ала. Һаҡлау ваҡыты тиҙ сыға торған аҙыҡ килтермәү һорала. Гуманитар ярҙам дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге туғыҙҙан киске туғыҙға, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә. Әлегә партияның урындағы барлыҡ бүлексәләрендә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн ойоштороу эштәре алып барыла. Шулай уҡ штаб һәм ситуация үҙәгенә ярҙам итергә әҙер ирекмәндәр ҙә көтөлә. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.