Семен Елистратов Ҡытайҙан ҡайтып етте

Пекинда Олимпия уйындарында шорт-трек буйынса ярыштарҙа бронза миҙал яулаған Семен Елистратов  Өфөгә ҡайтты. Башҡортостан  спортсыһын баш ҡала аэропортында республиканың Спорт министрлығы вәкилдәре, журналистар, фехтование буйынса йәйге олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары ҡаршы алды. Семен Елистратов 4-се Олимпиадала ҡатнаша, шуларҙың өсөһөндә  миҙалдар яулауға өлгәште.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт