Шағир һәм журналист Барый Ноғоманов вафат булды

Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. 85 йәшендә күренекле яҙыусы, шағир һәм журналист Барый Ноғоманов вафат булды. Барый Ноғоманов 1936 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуған. Төрлө йылдарҙа “Башҡортостан пионеры”, Башҡортостан” газеталары, “Ағиҙел” журналында эшләй. Әҙәбиәткә 60 –сы йылдарҙа килә. “Йылбабай һәм сәғәттәр” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1969 йылда донъя күрә. Барый Ноғоманов 1979 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, ике тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы.