Рәсәй хоккейсылары финдарҙы еңә алманы. Бөгөн милли команда финалда 2-гә 1 иҫәбенә отолоп, Олимпиадала көмөш миҙалға лайыҡ булды. Финляндия командаһы составында “Салауат Юлаев” клубы легионерҙары Маркус Гранлунд, Сакари Маннинен һәм Теему Хартикайнен алтын миҙал яуланы.