Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторолдо. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрендә асылды. Был мәктәптәрҙә Шайморатовҡа арналған кабинет-музейҙар эшләй. 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 9-сы “Г” класы “Шайморатовсылар” исемен йөрөтә. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова етәкләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индерелә, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләнә.