Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмей башланы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығанан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә 4 мең 387 кешелә “ковид-19” инфекцияһы раҫланған. Кисә был һан 4 мең 409 ине. Һуңғы тәүлектә 17 кеше вафат булған. Әле өй шарттарында 37 меңдән ашыу, стационарҙа – 301 кеше дауалана. Башҡортостанда прививка алырға тейешлеләрҙең 92 проценты вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Вирусты йоҡтормау маҡсатында, йәмәғәт урындарына бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға кәңәш ителә.